Алина АЙЫТБАЕВА: “Башҡорт телен уҡытыуҙағы көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ
12-13 май Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтәсәк. Өфө ҡалаһында төрлө уҡыу йорттарында, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында дискуссия майҙандары эшләйәсәк, һуңынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында пленар ултырыш буласаҡ. Был сарала башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыуҙар ойошторола, бөгөнгө көндә актуаль булған һорауҙарға тулы яуаптар алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Мин Айытбаева Алина Рәмил ҡыҙы булам, Өфө ҡалаһының 130-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын, съезға делегат булараҡ саҡырылдым...