Игеҙәктәр стартҡа баҫа

31.07.2018

Бөгөн Өфөлә игеҙәктәр фестивале була. Ғаилә йылына арналған байрам бер юлы ике урында ойошторола. Береһе Дим биҫтәһендәге мәҙәниәт һәм ял паркында, икенсеһе Ҡала советы янындағы "Тылсымлы донъя" паркында уҙасаҡ. Башҡортостанда йылына уртаса 4 меңләп игеҙ сабый тыуа. Былтыр 3 мең 989 ошондай шатлыҡлы хәл теркәлгән. 3 ғаилә хатта 3 игеҙ бала алып ҡайтҡан.