Бала мәнфәғәтендә

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон ҡушымталары барлыҡҡа киләсәк.

“Балаға хәүеф янай” ҡушымтаһы iPhone, шулай уҡ Android платформаһындағы смартфондар өсөн тәғәйенләнә. Программа сабыйҙың юғалыуы хаҡында хәбәр алғас кисекмәҫтән уны эҙләүгә тотоноу мөмкинлеген бирә. Ирекмән баланың фотоһын, үҙенсәлектәрен, уны эҙләү биләмәһен шунда уҡ асыҡлаясаҡ.

Программистар ҡушымтала киләсәктә заманса технологияларҙы файҙаланырға ниәтләй. Мәҫәлән, баланы йөҙөнән, бармаҡ эҙҙәренән таныу мөмкинлеге тыуасаҡ.

Автор: Г. БҮЛӘКБАЕВА
Фото: Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА