Фидан Ғафаровтың бер һылыуҙы ялҡытҡаны

1 September 2019
Фото: kino-teatr.ru
Фото: kino-teatr.ru

Билдәле кешеләрҙең ғаиләһе, тәүге мөхәббәте, хәләл ефете менән нисек танышҡаны һәр кемде ҡыҙыҡһындыралыр. Барыбыҙҙың да яратҡан артисы Фидан Ғафаров һөйгәнен ҡайҙа осратҡан һуң?

Өфө сәнғәт училищеһының дөйөм ятағында таныша йәштәр.

Был мәл егет картуф ҡыҙҙырырға була. Ҡараһа, табалары юҡ икән. Егеттәр йәшәгән икенсе ҡаттағы бүлмәләрҙән тапмағас, ҡыҙҙар торған ҡатҡа төшә Фидан.

“Бер бүлмәнең ишеген төртөп асһам, ҙур, матур күҙле, яғымлы ҡарашлы бер ҡыҙ иҙән йыуа, – тип хәтирәләргә бирелә артист "Тамаша" журналындағы әңгәмәһендә. – Нәмәгә кергәнемде оноттом башта. Ышанаһығыҙмы, бер күреүҙә ғашиҡ булдым. Картуф ҡыҙҙырҙым да егеттәргә тиҙерәк ашап бөтөргә ҡуштым. Табаны индерергә кәрәк, йәнәһе. Икенсегә кергәндә, ҡыҙҙы киноға саҡырҙым. "Юҡ, таныш түгел егеттәр менән киноға йөрөмәйем", – тине. Ысынлап та, һынап ҡарап йөрөнөм: берәүҙе лә үҙенә яҡын ебәрмәй, кистәрен сыҡмай, гел уҡый ҙа уҡый. Бер аҙ ваҡыт үткәс, тағы киноға саҡырҙым..." 

Ахырҙа Фәриҙә, ялҡытып бөткән егеттән ҡотолоу өсөн генә булһа ла, киноға барырға ризалаша. Шул көндән башлап улар бер-береһенә яҡыная. Дүрт йыл дуҫлашып йөрөгән йәштәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә тәғәйенләйҙәр. Икеһенең дә эш урыны, тимәк, киләсәктәре асыҡланғас, Фидан Сафа улы тәҡдим яһай.

Автор: Венер ИСХАҠОВ