Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу бара. Белемебеҙҙе арттырыу сараһынан мәхрүм ҡалмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.

Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын ғилем өйрәнеү, уны таратыу, киләһе быуындарға еткереү өсөн яралтҡан. “Һәр нәмә биреү менән кәмей, ә белем уртаҡлашҡан һайын арта ғына бара, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. — Мосолман ғилемле, аҡыллы, зирәк булырға тейеш”. Ошо бурысты атҡарғанда, әлбиттә ки, республикабыҙ мосолмандары милли баҫмаларға өҫтөнлөк бирергә, уларҙың яҙмышына битараф ҡалмайынса, үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә тейеш.

Билдәле булыуынса, беҙҙең милли баҫмалар төбә­ге­беҙҙең һулышын сағылдыра, тарихнамәһен яҙа, халҡыбыҙға рух, иман, дәрт, ғәйрәт бирә, кәңәштәренән айырмай. Уларҙа туған тел, тыуған ер, милләт мәсьәләләре күтәрелеүе яҙылыу бурысыбыҙҙы тағы ла киңәйтә: быларҙың барыһын да бергәләп хәл итергә, рухи һәм матди ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға бурыслыбыҙ.

“Аҡса юҡ”, – тиер бәғзеләр. Ошоға бәйле сағыштырыу килтерәйек. Әгәр ҙә ки өйләнер йәштәге егет: “Эш хаҡым аҙ, өҫтәүенә өйләнһәм, кәләште, унан сабыйҙы ашатырға кәрәк буласаҡ, йорт һалырға...” — тип оҙон-оҙаҡ уйланып йөрө­һә, ғүмер буйы яңғыҙ йәшәүе ихтимал. Уның тап­ҡанына Аллаһ Тәғәлә бәрәкәт тә бирмәйәсәк. Ҡөрьәндә был йәһәттән: “Өйләнегеҙ, өйлән­де­регеҙ, фәҡир икәнһегеҙ, Хоҙай һеҙҙе ярҙамынан айырмаҫ”, – тиелгән. Ошонан сығып әйткәндә, аҡса юҡлыҡҡа һылтанһаҡ, бер урында тапаныуҙан уҙа алмаясаҡбыҙ, хатта ки артҡа тәгәрәү ихтималлығы бар.
Ә инде, дин әһелдәребеҙ әйтеүенсә, булғанына шөкөр итеп, матди килемде дөрөҫ тотонһаҡ, Аллаһ Тәғәлә тормошобоҙға бәрәкәтен юллар. Бала донъяға килгән һайын ғаиләлә ҡот арта бит, шуның шикелле, аҡса гәзит-журналға яҙылыуға ғына түгел, башҡа кәрәк-яраҡҡа ла етер. Милли матбуғат баҫмаларына алдырып, уҡып, тормошобоҙҙоң, милләтебеҙҙең ырыҫын арттырып йәшәһәк ине.

Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне