“Мине таныйһығыҙмы? Һеҙҙең улығыҙ Азат булам…”

27 August 2019
Фото: gorsovet-ufa.ru
Фото: gorsovet-ufa.ru

Тормош юлдары ҡатмарлы. Сәхнәлә күреп, уның ғүмере шау балҡыштарҙан торған кеүек тойолһа ла, бала сағы еңел булмай. Һүҙем мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡолов хаҡында.

“Атайымды тәү тапҡыр утыҙ бер йәшемдә күрҙем, – ти данлыҡлы артист “Тамаша” журналына биргән әңгәмәһендә. – Иҫәнғолға гастролгә барғайныҡ. Урамдан китеп барғанымда минән алда бер уҙаман балаларын эйәртеп атлай. Кәүҙә-һыны, атлауы шул тиклем минекенә оҡшаған. Ҡыуып еттем дә һис бер икеләнеүһеҙ: “Мине таныйһығыҙмы? Мин һеҙҙең улығыҙ Азат булам”, – тинем. Ул уңайһыҙланып китте, аҡлана башланы. Мин, ғөмүмән, аҡланыуҙы яратмайым, үҙем дә ундай хәлгә ҡалмаҫҡа тырышам. "Аҡланмағыҙ, мине ошо донъяға килтергәнһегеҙ, шуның өсөн рәхмәт!" – тинем.

Ниндәйҙер ҡыуанысһыҙ ғына осрашыу булды был, шуға артабан бәйләнеш тә булманы. Атайымдан, сит тарафтарҙа ҡатынын ерләп, дүрт балаһы менән Ейәнсураға ҡайтҡас, фатир юллап йөрөгәнендә, "Һеҙҙең Башҡортостанда улығыҙ бар икәнлеген беләһегеҙме?" тип һорағандар. Хатта исемем уға фатир алыуҙа булышлыҡ иткән.

Яҙмышыма рәхмәтлемен: тырышып уҡырға бөтә мөмкинлекте биргән 1-се мәктәп-интернатта бишенсе кластан унды тамамлағансы белем алдым”.

Автор: Венер ИСХАҠОВ