Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡараясаҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙарға ла, ир-егеттәргә лә пенсияға сығыу йәшен күтәреү күҙаллана. Ләкин кемгәлер яңы ҡанун ҡағылмаясаҡ. Улар:

- бығаса пенсия алған кешеләр
- хәүефле һәм зыянлы производствола эшләгән граждандар
- ҡала транспортын даими йөрөтөүселәр
- граждандар авиацияһы летчиктары һәм осоуҙың техник хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе инженерҙар
- 1-се төркөм инвалидтары
- биш һәм унан күберәк бала табып, уларҙы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән әсәләр
- Алыҫ Төньяҡта йәшәгән ике һәм унан күберәк бала тапҡан әсәләр
- тыумыштан инвалид баланың ата-әсәһе
- техноген һәләкәттәр ваҡытында сәләмәтлеген юғалтҡан кешеләр

Автор: Г. БҮЛӘКБАЕВА