София Ротару ирен алдап бәпес алып ҡайтҡан

27 August 2019
Фото: ok.ru
Фото: ok.ru

Яратҡан йырсыбыҙ София Ротаруның бөгөн ғаиләһе ҙур һәм татыу. Ире Анатолий Евдокименконан Руслан исемле улы бар. Ул – билдәле продюссер һәм ике бала атаһы.

“Ирем балабыҙ булыуҙы теләмәгәйне, сөнки өйҙә торғаныбыҙ юҡ, һәр ваҡыт гастролдәбеҙ, эш менән мәшғүлбеҙ, – тип йырсы был хаҡта. – Шулай ҙа бер ваҡыт иремде ауырлымын тип алданым. Ошонан һуң тынысланды. Ә теүәл 11 айҙан улыбыҙ тыуҙы. Мин бәпесте әле улай уҡ билдәле булмаған саҡта алып ҡайттым. Һуңынан беҙҙең эш графигы үтә тығыҙ булды, гастролдәрҙән ҡайтып инмәнек. Мин бала табыуҙы һуңынан тип кисектерә килһәм, бөгөнгө көнөм нисек булыр ине – уйларға ла ҡурҡам”.

Йырсы өсөн һәр ваҡыт беренсе сиратта ғаилә, бала булған.

Автор: Венер ИСХАҠОВ