Туйҙа ағыуланып үлә яҙғандар

27 August 2019
Фото: news.ykt.ru
Фото: news.ykt.ru

Якутск ҡалаһында ҡырҡтан ашыу кеше "София" һәм "Белые ночи" тип аталған ресторандарҙа туй тантанаһында булғандан һуң табиптарға мөрәжәғәт иткән, уларҙың барыһында ла ағыуланыу билдәләре табылған.

Әлеге ваҡытта Роспотребнадзор хеҙмәте туҡланыу учреждениеларында тикшереү эштәре алып бара, аҙыҡ-түлек кенә түгел, хеҙмәткәрҙәр ҙә – шик аҫтында.

Бөгөнгә 30 кешенең дауаханала булыуы билдәле, ҡалғандар амбулатор шарттарҙа дауалана. Барыһында ла киҫкен эсәк инфекцияһы асыҡланған, ҡуҙғытыусыһы – сальмонеллёз.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай аяныслы хәлдәр һирәк түгел. Күптән түгел ошондай уҡ хәбәр Азербайжандан да килгәйне. Унда туйҙа 90 кеше ағыуланған.

Автор: Г. БАЛТАБАЕВА