СӘХНӘЛӘРҘӘН ОСТОҢ КҮКТӘРГӘ, ДӘРТ ҠАНАТЫ ҠУЙЫП КҮПТӘРГӘ...

17 September 2018

(Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына — 95 йыл)

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА,
Ш.Ә.Хоҙайбирҙин йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре

Башҡортостан сәнғәте күгенең йондоҙҙары араһында Тамара Хоҙайбирҙина исемлеһе лә бар. Йылдар үткән һайын был йондоҙ яҡтыраҡ яна. Ул яҡтылыҡтың асылына төшөнөргә тырышып, Тамара Шәһит ҡыҙының йәшәлгән ғүмер миҙгелдәрен, ижад баҫҡыстарын ҡабат-ҡабат байҡап алабыҙ.

Өфөләге Яңы күпер урамындағы йорттоң бер бүлмәһендә йәшәй Хоҙайбирҙиндар. Уларҙан тыш тағы бер нисә ғаилә үҙ ғәмдәре-хәсрәттәре, шатлыҡтары менән ошо уҡ йортта көн итә.

“Ҡайһы бер иртәләр тыныс ҡына башлана ла, шундай уҡ тыныслыҡта төн етә. Бындай мәлдәрҙә хатта сабыйҙар ҙа шым ғына илай. Ә ҡайсаҡ иртә таңдан шау-гөр килгән йортобоҙ кискә тиклем ошо хәлдә ҡала. Күрше-күлән бер-береһе менән һөйләшә, бала-саға кемуҙарҙан ҡысҡырыша...

Тамара — шаян ҡыҙыҡай, гел йылмайып ҡына йөрөй ине. Кәүҙәһе йәтеш кенә, матур. Йәй көндәре ял итеү лагерына мине Тамараға эйәртеп ебәрәләр ине. Ул минән олораҡ булғас, үҙ туғаны һымаҡ итеп ҡарап йөрөтөр ине. Ғаиләһендә бер үҙе генә булһа ла, яуаплы...

Артабан беҙҙең юлдар айырылды. Тамараны — бейеү буйынса, ә мине хәрби училищеға уҡырға Ленинградҡа оҙаттылар. Каникулдар ҙа тап килмәй ине. Хәрби училищенан һуң Камчаткаға ебәрҙеләр. Артабан йөрөмәгән ерҙең үҙе ҡалмағандыр, хәрбиҙәрҙе үҙегеҙ беләһегеҙ. Хәҙер Киев ҡалаһында йәшәйем. Өфөгә һеңлемә ҡунаҡҡа килдем”, — тип һөйләп, Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейының стеналарын һыйпап, оҙаҡ итеп, һәр бүлмәгә ҡабат-ҡабат инеп-сығып йөрөнө Геннадий Федорович Байчиков атлы ир- уҙаман.

Тамара Шәһит ҡыҙы хаҡында бер генә һүҙ әйтергә тип, быйыл йыш ҡына ошондай ҡунаҡтар ингеләй йорт-музейыбыҙға. Килгәндәрҙең һөйләгәндәрен яҙып ала торғас, байтаҡ материал йыйылды. Уларҙы йыйынтыҡҡа туплап, китап итеп эшләргә ҡарар иттек. Сәбәбе лә сығып тора: август айында Тамара Шәһит ҡыҙының тыуыуына 95 йыл тула.

Һәр кеше был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килә, тиҙәр. Заманаһының ниндәй генә ауыр булыуына ҡарамай, һәр кем үҙ юлын таба. Шәһит Әхмәт улы ла, ана, йәтимлектә ҡалып, өҫтөнә кейер кейеме булмаһа ла, үҙ ауылы­нан Ырымбур ҡалаһына йәйәү сығып китеп, барыбер теләгәненә ирешә. Ә ҡыҙы һуң?! Булыр бала бишектән, тигәндәй, бәләкәй генә сағынан тыпырлап бейергә әүәҫ булған, тиҙәр. Әсәһе, Маһруй Шәрип ҡыҙы, шатлыҡтарын да, һағышын да ҡыҙына баҫҡас, уҡырға барам тигән теләген ишетеү менән, бер аҙ ҡурҡып китә. Ләкин бала хыялына арҡыры төшмәй. Шулай итеп, Тамара ун бер йәшендә, 1934 йылда, тиҫтерҙәре менән Ленинградтағы А.Ваганова исемендәге данлыҡлы хореография училищеһына уҡырға инеп китә. Ул уҡыу йортонда Н.Камкова, Е.Ширипина, А.Ширяев кластарында шөғөлләнә, А.Пушкин, М.Романоваларҙан оҫталыҡ дәрестәре ала. Бер аҙ ғына алғараҡ сығып, шуны ла әйтеп китергә кәрәктер: һуңынан, үҙе лә уҡытыу эшенә күскәс, Тамара Шәһит ҡыҙы ошо һанап кителгән педагогтары методикаһын ҡулланасаҡ әле.

Тамара Хоҙайбирҙина. 1958 йыл
Тамара Хоҙайбирҙина. 1958 йыл

1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, училище уҡыусыларын тыуған яҡтарына ҡайтарып ебәрәләр. Өфөлә Тамара Шәһит ҡыҙы, башҡа курсташтары менән бер рәттән, әле өсөнсө йыл ғына эшләп килгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ижад юлын баш­лай. Был мәлдә Киевтан Т.Шевченко исемендәге опера һәм балет акаде­мия театры Өфөгә эвакуацияланған була. Милләт, зат айырмай, ҡулға-ҡул тотоношоп, артистар бер ғаиләләй сығыш яһай. Башҡорт труппаһын Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Са­фиуллин, Фәүзи Саттаров, Рәйсә Дербишева, Ғәлиә Хафизова, Нинель Юлтыева, Әҙеһәм Нарыҡов, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек башҡорт балеты башланғысында торған артистар ту­лыландыра. Тап ошо мәлдәр башҡорт балеты аяҡҡа баҫыу ваҡыты була ла инде. 1944 йылда Л.Степановтың “Сыңрау торна” балеты тәү башлап ҡуйыла. Милли балет менән бергә Тамара Хоҙайбирҙина исемле башҡорт балеринаһы үҫеп сыға. Ошонан баш­лап, был сәхнәлә егерме дүрт йыл халыҡ һөйөүенә ҡойоноп ижад итәсәк әле ул. Чайковскийҙың “Аҡҡош күле”ндә — Одетта-Одиллия, Б.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны”нда — Зарема, Р.Глиэрҙың “Ҡыҙыл сәскә”һендә — Тао Хоа, Н.Жигановтың “Зөһрә”һендә — Зөһрә һәм башҡа бик күп ролдәрен тамашасы күңелендә мәңге ҡалырлыҡ итеп уйнап ҡалдырҙы.

Был заман тураһында республикабыҙҙың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ошондай хәтирәһе менән бүлеште: “Ғәҙәттә, артист бала­лары театрҙа үҫә. Минең дә шулай булды: үҙемде белә-белгәндән театрҙамын. Ә ул мәлдәрҙә Өфөләге бөтә театрҙар: башҡорт, рус, Ҡурсаҡ театры ла Опера һәм балет театры бинаһында ине. Үҙҙәренә урынлаштырған тәртип менән генә репетициялары, сығыштары уҙа. Ә беҙ, артист балалары, бөтәһенә лә өлгөрәбеҙ, бөтәһен дә беләбеҙ. Ана шул саҡта мин Тамара Шәһит ҡыҙын тәүгә күрҙем дә инде. Бигерәк һылыу башҡорт ҡыҙы! Уны бөтәһе лә яратып, Тамарочка, тип кенә йөрөтә ине.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа театрға балерина Галина Уланова, опе­ра йырсыһы Сергей Лемешев гастролгә килде. “Баҡсаһарай фонтаны”н ҡуйҙылар. Мария ролендә — Уланова, ә Зареманы беҙҙең Тамарочка бейене. Иҫ киткес тамаша! Театрҙа аяҡ баҫыр урын юҡ. Халыҡ эркелешеп килгән. Мин дә, бала ғына көйө, инеп ултырҙым. Бөгөнгөләй күҙ алдымда — Хоҙайбирҙина сығышын халыҡ күҙ йәштәре менән ҡарай. Мин дә, сәхнәләге тамашаны ныҡ аңлап, илай-илай ҡарағайным. Төп ролдәге балерина мөһим дә түгел ине хатта. Ә Хоҙайбирҙина-Зареманы, эшләгән насар ҡылығына ҡарамаҫтан (һөйгәнен көнләшеп, Марияны үлтерә), һаман аҡларға тырышам. Уның уры­нында мин булһам да шулай уҡ эшләр инем, тим. Һуңынан, төндәрен һаташып уяна инем Зареманы йәлләп. Уның үҙенән-үҙе бар йөкмәткене асып биргән хәрәкәттәрен әллә нисә тапҡыр ҡабатлай инем.

Ҡыш көндәрендә театрҙа һыуыҡ була торғайны. Тамаша залына кешеләр өҫ кейемендә инеп ултырған саҡтар бар ине. Ә был мәлдә балериналар йоҡа ғына кейемдә сәхнәлә осоп-ҡунып бейей. Сәхнә артын күҙәткәнем булды — сәхнәгә йылмайып ҡына сығалар ҙа, йығылыр сиккә етеп, ауыр тын алып әйләнеп киләләр... Арҡаларынан, сикәләренән тир аға. Ярҙамсылары йүгереп килеп тирҙәрен һөртөп кенә ала ла, тегеләре ҡапыл ғына арымаған ҡиәфәткә инеп, йылмайып, кире сәхнәгә осоп сығып китәләр! Мин аптырап тороп ҡалам, үҙем уларҙы йәлләйем… Тамара Шәһит ҡыҙының ошондай ҡиәфәтен дә күрҙем. Үҙем актриса булып киткәс тә был картина йыш күҙ алдына килә. Йән тирен сығарып, бер үк мәлдә матур булып ҡалыу батырлыҡ икәнлегенә төшөндөм.

Ә “Мөғлифә” һуң?! Башҡорт ҡатын-ҡыҙында ғына була торған сифаттарҙы бейеү менән нисегерәк күрһәтә белә бит! Ул сафлыҡ, нәзәкәтлек, халыҡтың тарихы, яҙмышы Тамара Хоҙайбирҙинаның ҡул йөрөшө, ҡарашы аша тамашасыға барып етә. Фәйзи Ғәскәров был бейеүҙе юҡҡа ғына Тамара Шәһит ҡыҙы өсөн махсус һалмаған. Бейеүҙең киләсәге дауамлы булырын күҙаллағандыр бөйөк хореограф!”

Эйе, театрҙа эшләй башлаған йылдарҙа, Бөйөк Ватан һуғышы башында, Тамара Хоҙайбирҙина ижадының тағы бер бите асыла. Башҡорт опера һәм балет театры балетмейстеры Фәйзи Ғәскәров уға “Мөғлифә” бейеүен һала.

“Һин бит башҡорт ҡыҙы, бейергә тейешһең!” — тип башлана Фәйзи Әҙеһәм улының Тамараны был бейеүгә күндереүе. Һәм бер нисә йылдар буйы Хоҙайбирҙинаның “Мөғлифә”һе сит илдәрҙә республиканың йөҙөн билдәләүсе ынйы бөртөгө булып ҡала. Һәм киләсәктә, З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында студенттарға бейеү буйынса дәрестәр бирә башлағас, Тамара Шәһит ҡыҙы “Мөғлифә”не өйрәтә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зифа Айытбай ҡыҙы Дәүләтбаева был бейеүҙе ҡырҡ биш йәшенә тиклем бейеп йөрөй. Ә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина “Мөғлифә” яҙмышлы “Заһиҙә”һен һағынып хәтерләй: “Бейеүгә ғашиҡ икәнде белгәс, Тамара Шәһит ҡыҙы дәрестән һуң миңә “Заһиҙә” бейеүен һалды. Институттың барлыҡ сараларында ла ошо бейеү менән сығыш яһаным. Элек завод, фабрикаларға ла барып бейей инек. Костюмдар табып, бөтә хәстәрҙе үҙ өҫтөнә алып, һәр ваҡыт бергә йөрөнө уҡытыусыбыҙ. Залда ихлас йылмайып, сығыштарҙы ҡарап ултырҙы. Иртәгәһенә тағы ла репети­ция эшләйбеҙ, ә ул килешмәгән ерҙәрҙе ипле генә итеп төҙәтә. Урынлы итеп маҡтаны, кәрәк урында шелтә һүҙен дә әйтә ине.

Уҡып бөтөп, театрҙа эшләй башлағас та, минең уйнаған спектаклдәрҙе килеп ҡарап, әсәй кеүек арҡамдан һөйөп китә ине. Ошо изгелектәре өсөн уның алдында башымды эйәм. Ул һаман минең менән, изге күңелле, алсаҡ, ябай, интеллигентлы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина”.

1947 йылда Тамара Хоҙайбирҙина Ленинградҡа барып, уҡыуын тамамлап, дипломлы белгес булып ҡайта. Артабанғы тыуҙырған образдары ла оҫталыҡ, рухи күтәренкелек менән сәхнәгә сыға. Балеттан тыш, концерттарҙа башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһауын дауам итә. Республиканың бейеү сәнғәтен дә профессиональ юғарылыҡҡа күтәреүҙә уның роле ҙур.

1953 йылда Бухареста уҙғарылған йәштәр һәм студенттарҙың Бөтә донъя фестиваленә Башҡортостан делегацияһы составында Тамара Шәһит ҡыҙы ла бара. Фестивалдән оло еңеүҙәр, лауреат исемдәре менән ҡайтҡас, Тамара Хоҙайбирҙинаға ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почет грамотаһы һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисткаһы тигән юғары исем бирәләр.

«Журавлиная песнь» музыкаль фильмынан күренеш

1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһында артистка А.Хачатуряндың “Гаянэ” балетынан Нунэ вариацияларын һәм “Мөғлифә”не бейей. Декаданан һуң уны РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы тигән маҡтаулы исем менән бүләкләйҙәр.

Ниндәй генә илдәрҙә булһа ла, башҡорт халҡының баһадир улы Шәһит Хоҙайбирҙиндың аҫыл ҡыҙы милләттең иң яҡшы сифаттарын күрһәтеп, уға ихтирам уятып йөрөй. 1955 йылдағы декада алдынан Тамара Хоҙайбирҙинаны башҡорт милли кейемендә бөтә Рәсәйгә таралған “Огонек” журналының тышлығында баҫтырып сығаралар. Тап ошо мәлдәрҙе хәтерендә һаҡлай уның ике туған һеңлеһе, Шәһит Хоҙайбирҙиндың иң бәләкәй туғаны Ғәлимәнең ҡыҙы Наилә Исмәғилова: “Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Шәһит бабайымдың Ғибаҙулла ҡустыһы (хәрби кеше була) минең әсәйемде үҙе менән Ҡырғыҙстанға алып китә. Ул саҡта әсәйем Башҡортостанда уҡытыусылар курсын тамамлаған була. Ҡырғыҙстанға килгәс, Ғибаҙулла ағайым уны үҙе янына военкоматҡа эшкә урынлаштыра. Әсәйем ҡырғыҙ һалдаттарына рус телен өйрәтә. Шунда атайым Рәүеф Халиҡов менән танышалар һәм тормош ҡоралар.

Бөгөнгөләй күҙ алдымда: миңә ун йәш ине, 1955 йыл. Бер көндө мәктәптән ҡайтһам, әсәйем, ниндәйҙер журнал ҡосаҡлаған да илап ултыра. Илай-илай ҙа, журналдың тышын һыйпап, яратып ала. Ул тышлыҡта матур башҡорт ҡыҙы фотоһүрәте ине. Башҡортостанда бер тапҡыр ҙа булмағас, ундай матур туғаныбыҙ барлығын белмәйем. Әсәйемдән һорашҡас ҡына Шәһит ағаһы, Маһруй еңгәһе һәм уларҙың ҡыҙҙары тураһында һөйләп бирҙе. Ныҡ һоҡланып ҡараным Тамара апайым һүрәтенә. Уның менән танышыуҙы оҙаҡ көтөргә тура килде. 1969 йылда ғына Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ. Һәм ошо мәлдән алып Хоҙайбирҙиндар менән араларыбыҙ өҙөлгәне юҡ.”

Бай эстәлекле ижад тормошонда ҡайнап йәшәй Тамара Шәһит ҡыҙы. Унда шатлыҡтары, юғалтыуҙары ла етерлек була. Ләкин балериналарҙың сәхнә тормошо ҡыҫҡа. Халыҡ һөйөүен яулап, легендаға әйләнеп, Тамара Шәһит ҡыҙы сәхнәнән китә. Әммә сәнғәткә хеҙмәт итеүен ташламай. Өфө сәнғәт училищеһының, институтының тәүге сығарылыштарынан алып 1997 йылға тиклем актерҙар әҙерләү, тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Бейеү дәрестәрен генә алып бармай, этикет буйынса ла онотолмаҫ һабаҡтар бирә.

Сәнғәт кешеһе бит тышҡы донъяны ғына түгел, ғәҙәти кеше күҙенә салынмаған йөрәк ялҡынын, күңел тулҡынын да үткер күреүсән. Уҡытып сығарған студенттары әле бөгөн дә уның ошо сифатын хәтерләй. “Ул беҙҙең икенсе әсәй булды. Зарланмаһаҡ та, күҙ ҡарашынан хәлебеҙҙе аңлай белгән кеше ине”, — тиҙәр. Тамара Шәһит ҡыҙы быуаттың ил кисергән төрлө ауырлыҡтарын үҙ иңендә лайыҡлы күтәреп тә кешелектең күркәм сифаттарын һаҡлап ҡала алған оло шәхес.

Хәтирәләр... Уларҙың һәр береһендә һағыш, әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәр урын алған... Әммә барыһын да артисткаға ҡарата һөйөү берләштерә.

Уның студенттары бөгөн үҙҙәре юғары баҫҡыстарға күтәрелгән актерҙар, педагогтар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Тамара Хоҙайбирҙина тураһында һөйләй башлау менән йыраҡта ҡалған студент мәленә ҡабат әйләнеп ҡайтҡандай булалар, күҙҙәрендә Тамара йондоҙоноң балҡышы күренгәндәй...

Һин, Тамара, остоң аҡҡош булып,

Сәхнәләрҙән остоң күктәргә,

Бөрө ярып сыҡҡан сәскә hымаҡ,

Дәрт ҡанаты ҡуйып күптәргә...

                                               (Ф.Рәхимғолова. “Тоғролоҡ”)

Тамара Хоҙайбирҙина менән яҡындан аралашҡан һәр кемдең күңелендә яҡты иҫтәлек һаҡлана:

“Күркәм кеше ине Тамара Шәһит ҡыҙы. Башҡорт халҡына хас эскерһеҙлеге, мөләйемлеге менән күптәрҙең күңелендә бөгөнгөләй һаҡлана.

1979 йылдарҙан башлап, Клара Төхфәтуллина, Зәйтүнә Насретдинова, Вазифа Байтурина, Майя Таһирова, Зәйнәб Гәрәева, Рәйсә Ғәлимуллина, Тама­ра Хоҙайбирҙина һәм мин йылы ғына аралашып йәшәнек. Бер-беребеҙгә терәк тә, кәрәк тә инек. Серҙәребеҙ уртаҡ булды. Беҙҙең бындай дуҫлыҡты Абдул­ла Ғиләжев шаяртып “клан” тип атаны. Арабыҙҙан ел дә үтә алмағанын күреп-белгәнгә лә шулай тине ул. Йыш ҡына Хоҙайбирҙиндарҙың ҡунаҡсыл фатирына йыйыла инек.Ул һөйләшеп ултырыуҙарҙы мин бик һағынып иҫкә төшөрәм.

Ул тыйнаҡ, ипле башҡорт ҡатын-ҡыҙы, атаһы Шәһит Әхмәт улының исеменә тап төшөрмәй, ғүмере буйы уның данын һаҡлап йәшәне. Хатта үҙенең тыуған көнөн үҙе тыуған көндә түгел, ә Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә үткәрҙе. Иң тәүҙә уның ҡәберен барып тәрбиәләй, шунан һуң ғына өйөнә ҡайтып, тыуған көн уңайынан табын йыя торғайны. Иҫ киткес бәлештәренең тәме оноторлоҡ түгел…”

(Рәшиҙә Солтанова, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе).

“…Кисен эштән һуңлап ҡына сығабыҙ ҙа, йүгерешеп килеп ингән булабыҙ. Үҙебеҙ арыһаҡ та, һаман сөкөр-сөкөр студенттарыбыҙҙы, эшебеҙҙе һөйләйбеҙ. Сәйгә ултырғас, Маһруй апай аптыраған булып беҙгә ҡарай, “Көндөҙ сәй эсеп алырға ла ваҡытығыҙ юҡмы ни?” — ти. Ҡайҙан инде сәй эсеп ултырыу... Беҙҙең сәй эсергә ваҡытыбыҙ йәл ине. Шунан Маһруй Шәрип ҡыҙы беҙҙең иғтибарҙы ситкә йүнәлтәм тип, мандолинаһында уйнап ебәрер ине. Йәшлек тигәнең, арыуҙар онотола, бейергә төшәбеҙ... Маһруй апай бейеүебеҙҙе күҙәтеп торған икән, беҙ туҡтағас:

— Бөгөн бейеү буйынса Фәрдүнә беренсе урында. Икенселә — Суфия. Ә Тамара урынһыҙ ҡала...

Ф.Ҡ.Ҡасимова, С.Ғ.Күсимова һәм Т.Ш.Хоҙайбирҙина

Урындарҙың былай бүл енешен көтмәгәнбеҙ. Тағы гөр килеп көлөшәбеҙ...”

(Фәрдүнә Ҡасимова, Рәсәй Юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре).

“Өфөлә урамда Тамара апайҙы осратһам, һаулыҡ һорашып үтә торғайным. Уйлап ҡараһаң, мин — ябай тамашасы, яҡындан таныш та түгелбеҙ. Шулай булһа ла, минең һаулыҡ һорашыуыма йылмайып яуап ҡайтарыр ине...”

(Сәбилә Сөләймәнова, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР мәғариф отличнигы).

“Тамара Шәһит ҡыҙының дәрестәре Сибайҙа филармония асҡанда, про­фессиональ бейеүселәр менән ижад иткәндә миңә бик ныҡ ярҙам итте...”

(Әлмира Ҡыуатова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре).

“Мин Тамара Шәһит ҡыҙына тормошомда булған ваҡиғаларҙы һөйләй инем. Ул бер ваҡытта ла, һин ошолай ит, былай ит, тип үҙен аҡыллы күрһәтеп, кәңәштәр бирмәне. Фекер алышты, аралаша белде. Сер һаҡлай белеүенә һоҡландым. Һүҙ йөрөткәнен күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ. Тәбиғәттән бирелгән интеллигентлыҡ бар ине унда. Итәғәтле, үҙенә та­лапсан кеше. Моғайын, был сифаттар уға атаһынан бирелгәндер…”

(Олег Ханов, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәсәй Дәүләт премияһы лау­реаты).

“Беҙҙе уҡытҡан мәлендә әле йәш ине, ҡайсаҡ беҙҙең менән бала роленә лә кереп китә, үсекләшә, ҡушаматтар таға, беҙ булып атлап күрһәтә...”

(Нурия Ирсаева, Башҡортостандың, Татарстандың, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры).

“Нишләп кәйефең юҡ, Сара, нимә булды?” — тип һорай. Уның шу­лай үҙ итеп, арҡамдан һөйөп йылы өндәшеүенә илап ебәрҙем. Илай-илай нимә булғанын һөйләнем. Шунан Тамара Шәһит ҡыҙы студсовет рәйесен, теге өлкән курс ҡыҙҙарын саҡыртып алды. Беҙҙе татыулаштырып, минең кәйефемде яйға һалып та ҡуйҙы. Уҡыу йылдарында уның ярҙамын, ҡурсалауын күп күрҙем, күп татыным. Ул миңә генә түгел, бөтә студент­тарына ла иғтибарлы булды…”

(Сара Буранбаева, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы).

“Тамара Шәһит ҡыҙы — икенсе әсәйем ине. Миңә “Мөғлифә” бейеүен ҡуйҙы. Ҡырҡ биш йәшемә тиклем ошо бейеүҙе бейеп йөрөнөм... Ҡунаҡсыл, алсаҡ үҙе. Һәр нәмәне шаярыуға әйләндереп, кеше араһында үҙен лайыҡлы тотҡан кеше булды...”

(Зифа Дәүләтбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы).

“Институтты бөтөп, театрҙа эшләй башлағас, Өфөгә юл төшһә, һәр ваҡыт уның янына инеп сығыр инек. Йомош булғанда ғына түгел, ә былай, Тамара Шәһит ҡыҙы менән күрешер өсөн...

Бөгөн дә институтым янынан үтеп барышлай Тамара Шәһит ҡыҙын хәтеремә төшөрҙөм. Уның йылмайыуы, ҡайсаҡ уҫал ғына итеп әйтеүе лә һағындырған. Бына хәҙер, тып-тып ҡына баҫып инеп һаулыҡ һорашыр ҙа, сәхнә хәрәкәте дәресен башлап ебәрер һымаҡ...”

(Рауил Галин, Башҡортостандың халыҡ артисы).

Студенттары һәм коллегалары менән
Студенттары һәм коллегалары менән

“Тамара Шәһит ҡыҙы миңә, йылмайыусанлығыма ҡарап, “Ҡояш” тип исем ҡушты. Ә мин уны күрһәм генә шулай ҡояштай йылмая инем. Йылмаймаҫлыҡ та түгел: шул тиклем мөләйем — нур бөркөлә үҙенән! Һуңғараҡ унан тағы бер ҡушамат алдым — “Бөрйән айыуы”. Ҡайсаҡ дәрескә һуңлап килһәм, “Бөрйән айыуы” шулай йоҡларға ярата инде, тип ҡаршы ала ине. Ә мәлендә килһәм, тағы шаярта — бөгөн хатта “Бөрйән айыуы” иртә уянған!..”

(Азамат Хәлилов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы).

“1998 йыл ине. Өфөләге Октябрь революцияһы урамы буйлап ҡабаланып китеп барам. Күрәм, ҡаршыма Тамара Шәһит ҡыҙы килә. Ғәҙәттә, ул осрашҡанда шат йылмайып күрешер ине. Был юлы кәйефе бер ҙә генә юҡ. Уны бындай хәлдә тәүгә күреүем. Күңелемде ниндәйҙер ауыр тойғо биләп алды. Тамара Шәһит ҡыҙы арығандыр, ял итеп алыр ҙа, тағы йылмайып бағыр әле донъяға, тип үҙемде йыуаттым. Был һуңғы осрашыу булыр, тип кем уйлаған инде...”

(Хәким Мортазин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы).

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Галина Г. Тамара Худайбердина. Творческий портрет. — Уфа: Китап, 1996.

Сығанаҡ: https://vatandash.rbsmi.ru/articles/m-ni-t-m-s-n-t/s-khn-l-r-n-osto-k-kt-rg-d-rt-anaty-uyyp-k-pt-rg-/